Серле әкиәт иленән
Юлға сыға бер бабай.
Тәҙ(е)рәнән күҙен алмай
Уны көтә һәр малай.
Аҡ һаҡал, тылсым таяҡ
Һәр кем уға бик ныҡ шат.
Исеме уның ябай
Кем була ул?
— Кыш бабай!!!
Ҡыңғыраулы пар аттарҙа
Оса, елә, ашҡына.
Өр-яңы йыл алып килә
Матур теләктәр телә!
Аҡ һаҡал, тылсым таяҡ
Һәр кем уға бик ныҡ шат.
Исеме уның ябай
Кем була ул?
— Кыш бабай!!!
Мин теләйем һәр-бер өйҙә
Өҫтәл булһын түңәрәк.
Һәр баланы көтһөн, әйҙә,
Шыршы төбөндә бүләк.
Аҡ һаҡал, тылсым таяҡ
Һәр кем уға бик ныҡ шат.
Исеме уның ябай
Кем була ул?
— Кыш бабай!!!